4 декабрь, Йәкшәмбе

20 ғинуар 2011 йыл, 11:58

Аграрийҙар «Йәшел аҙна»ла ҡатнашыу өсөн Берлинға осто

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандан эшсе төркөм 21 ғинуарҙан 30-на тиклем үтәсәк «Йәшел аҙна-2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Германия Федератив Республикаһына юлланды.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Валентина Аптикаева һөйләүенсә, Башҡортостан аграрийҙары Европалағы был ҙур күргәҙмәлә инде етенсе тапҡыр ҡатнаша. Быйыл республиканан «Йәшел аҙна»ла ике предприятие ҡатнашасаҡ. Даими ҡатнашыусылар — «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы, «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙҙәренең иң яҡшы тауарҙарын: башҡорт балын һәм спиртлы продукцияһын оҙатты.

Берлиндағы Халыҡ-ара Йәшел аҙна күргәҙмәһе (International Green Week Berlin) 1926 йылда ойошторолғандан алып ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте вәкилдәренең иң ҙур бөтә донъя форумына әйләнде.

Бөгөн уны донъя кимәлендәге аҙыҡ-түлек һатыусылар юғары баһалай, бында яңы тауарҙар асыла, килешеүҙәр төҙөлә һәм башҡа күп мәсьәләләр хәл ителә. 2011 йылда күргәҙмә 76-сы тапҡырына үткәрелә.

Күргәҙмәне ойоштороусылар уның сиктәрендә үткәрелгән ғилми һәм сәйәси конференцияларға һәм форумдарға ҙурыраҡ иғтибар итә бара.  

Күп илдәрҙән етештереүселәр өсөн, шул иҫәптән Рәсәй өсөн дә, Берлиндағы «Йәшел аҙна» — ул донъя баҙарына сығыу, үҙең хаҡында белдереү ысулы.