9 декабрь, Йома

20 ғинуар 2011 йыл, 11:32

Абруйлы ғалимдар фекеренсә, Башҡортостанда иҡтисади прогресс күҙәтелә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Шаршамбы, 19 ғинуарҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иҡтисади үҫеш моделдәрен тикшереү үҙәге (СЕМI) етәксеһе Жак Сапир һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Халыҡ хужалығын прогнозлау институты директоры, академик Виктор Ивантер менән осрашты. Бында республиканың иҡтисади үҫеше тураһында һүҙ алып барылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡунаҡтар Өфөлә аҡса-финанс проблемалары буйынса Рәсәй-Франция семинарын үткәрҙе. Унда глобаль проблемалар менән бер рәттән иҡтисадтың төбәк үҙенсәлектәре лә тикшерелде.  

— Беҙ республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән йөкмәткеле әңгәмә ҡорҙоҡ, — тине Виктор Ивантер. – Уның үҙ алдына төбәкте үҫтереүгә һәм граждандарҙың именлегенә йүнәлтелгән конструктив бурыстар ҡуйыуы ҡыуандыра. Бында иҡтисади өлөш ҙур роль уйнай. Беҙ мөмкин тиклем быға булышлыҡ итәсәкбеҙ. Башҡортостандың үҫеш кимәле ярайһы уҡ юғары.  

Виктор Ивантер республикала сәнәғәт үҫеше күҙәтелеүен билдәләне.

— Башҡортостанда двигателдәр эшләү тергеҙелә, нефть химияһы тармағы үҫешә. Быларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, шатландыра. Шулай ҙа иҡтисадты үҫтереүгә етди ҡарарға кәрәк. Хеҙмәткәрҙәрҙе лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеү тураһында ла оноторға ярамай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды академик.