3 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2011 йыл, 10:39

Февралдә Сингапурҙа Халыҡ-ара инвестиция-төҙөлөш форумы үтәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

20 февралдән 26-һына тиклем Сингапурҙа АТЭС (Азия – Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге) илдәренең эшлекле хеҙмәттәшлеге программаһы сиктәрендә «Сингапурҙа бизнес-аҙна» Халыҡ-ара инвестиция-төҙөлөш форумы үтәсәк.

Рәсәй Федерацияһы менән Сингапурҙың төҙөлөш предприятиелары һәм ойошмалары араһында туранан-тура сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеү, берлектәге фәнни-техник программаларҙы һәм бизнес-проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, Рәсәйгә инвестициялар һәм алдынғы технологиялар йәлеп итеү һәм башҡалар форумдың төп маҡсаты булып тора.

Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Федерацияһы һәм Сингапурҙың дәүләт власы органдары вәкилдәре, шулай уҡ банк һәм страховкалау секторы, төҙөлөш тармағы предприятиелары етәкселәре форумдың ҡатнашыусылары иҫәпләнә.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республиканың төҙөлөш ойошмаларына Халыҡ-ара форумда ҡатнашырға тәҡдим итә.