10 декабрь, Шәмбе

17 ғинуар 2011 йыл, 8:55

Ринат Йосопов вафат булды

автор: Башинформ – БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәре буйынса

Башҡортостан фәне ҙур юғалтыу кисерҙе. Күренекле тарихсы-этнолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге мөдире Ринат Мөхәмәт улы Йосопов 60-сы йәшендә вафат булды.

Ринат Мөхәмәт улы Йосопов 1951 йылдың 12 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. 1975 йылда Башҡорт дәүләт  медицина институтын тамамлағандан һуң СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында антропология менән шөғөлләнә башлай. 1977 – 1979 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Н.Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнография институты Ленинград өлөшөнөң антропология бүлегендә аспирантурала уҡый, краниология буйынса махсуслаша. 1982 йылда Р.М. Йосопов “Краниология мәғлүмәттәре буйынса башҡорттарҙың антрологик составы” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Фәнни эшен ул Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнография һәм антропология бүлегендә дауам итә, 1993 йылдан башлап этнология бүлегенә етәкселек итә.

Ринат Мөхәмәт улы  Йосопов Башҡортостанда этнология үҫешенә ҙур өлөш индергән абруйлы ғалим булды. Ул Көньяҡ Уралдың боронғо һәм бөгөнгө халҡы антропологияһының Башҡортостан ғилми мәктәбен ойоштора һәм Башҡортостан Республикаһы һәм күрше өлкә башҡорттары буйынса күренекле ғалим ойошторған 14 антропологик, шул иҫәптән ике халыҡ-ара кимәлдәге экспедиция барышында йыйылған Рәсәйҙә иң эре краниологик коллекцияға нигеҙ һала.

Башҡортостанда антропология буйынса ғилми тикшеренеүҙәр ватан һәм сит ил ғалимдары араһында киң танылыу алды. Ринат Мөхәмәт улының 1989 йылда Мәскәүҙә “Наука” нәшриәтендә донъя күргән “Башҡорттарҙың краниологияһы” исемле фундаменталь хеҙмәте арҙаҡлы ғалимдарҙың артабанғы тикшеренеүе өсөн нигеҙ булды. Ғалимдың хеҙмәттәре сит илдәрҙә ватан фәне абруйын арттырыуға булышлыҡ итте, улар Америкала, Италияла, Финляндияла, Швецияла, Хорватияла донъя күрҙе. Ринат Мөхәмәт улы Йосопов Рәсәй этнографтары һәм антропологтары ассоциацияһы һәм Европа антропологтар ассоциацияһы ағзаһы булып торҙо.

Ринат Йосопов ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның аспиранттары үҙәк ғилми-тикшеренеү институттарында диссертациялар яҡланы, уларҙың күбеһе республиканың ғилми институттарында һәм юғары уҡыу йорттарында уңышлы хеҙмәт итә.

Ринат Мөхәмәт улы Йосопов Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең ғилми даирәһендә билдәле һәм абруйлы ғалим булды.

Һәләтле ғалим хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

З.Й. Рәхмәтуллина, П.Р. Качкаев, М.С. Юнысов, А.М. Шаммазов, С.Т. Сәғитов, Ә.С. Байсурин, А.В. Псәнчин, Р.В. Уразгилдин, Ф.Ғ. Хисамитдинова, А.Б. Юнысова, Н.А. Мәжитов, А.Д. Казанчиев, В.В. Овсянников, Р.Н. Сөләймәнова, М.Х. Нәҙерғолов, Г.Р. Хөсәйенова, М.И. Роднов.

Мәрхүм менән хушлашыу 17 ғинуарҙа 11 сәғәт 30 минуттан 12 сәғәт 30 минутҡа тиклем Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге бинаһында үтәсәк. Уның адресы: Өфө, Октябрь проспекты, 71.

темалар: хәтер