6 декабрь, Шишәмбе

20 ғинуар 2011 йыл, 9:26

Автобус водителдәре ғәйебе арҡаһында авариялар арта

автор: Руфина Хананова

Пассажир автотранспортында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү етди проблема булып ҡала. 2009 йыл менән сағыштырғанда автобус водителдәре ғәйебе буйынса авариялар иҫәбе — 11,1 процентҡа, уларҙа тән йәрәхәттәре алған кешеләр һаны 22 процентҡа артҡан. Уҙған йылда республикала һигеҙ меңдән ашыу автобустың төҙөк хәлдә булмауы асыҡланған. Шуларҙың алты меңе башҡаса кешеләрҙе йөрөтмәйәсәк, ҡалғандарына ремонт талап ителә. Был турала БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итте.