5 декабрь, Дүшәмбе

20 ғинуар 2011 йыл, 9:09

Асҡар Абдразаҡов фекеренсә, Башҡортостанда 2012 йыл Мәҙәниәт йылы буласаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

2011 йыл Башҡортостан Республикаһында Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителмәйәсәк. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында был турала мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаҡов хәбәр итте. Ул, Башҡортостан өсөн, ихтимал, киләһе, 2012 йыл, «мәҙәниәтле» буласаҡ, тип билдәләне.

— Ә быйылғы йылды әҙерлек йылы тип иҫәпләйәсәкбеҙ, — тине Асҡар Абдразаҡов.

Мәғлүм булыуынса, бынан алда ҡайһы бер мәғлүмәт саралары, блогерҙар берләшмәһе тәҡдиме буйынса 2011 йыл республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде, тип хәбәр иткәйне.