Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бейеү фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

Быйыл Башҡортостанда ҙур бейеү фестивале үтәсәк, ул сәнғәттең был матур төрөн һөйөүселәрҙе берләштерәсәк. БР мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаҡовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, фестиваль яҡын айҙарҙа башланасаҡ. Ул республиканың бөтә райондарында бер үк ваҡытта башланасаҡ һәм 29 апрелдә, Халыҡ-ара бейеү көнөндә, Өфөлә тамамланасаҡ.

— Беҙҙең маҡсат – сәнғәтте республикабыҙҙың иң алыҫ мөйөштәренә еткереү. Мәҙәниәт баш ҡалала ғына тупланырға тейеш түгел. БР Мәҙәниәт министрлығының бурысы — республикала берҙәм мәҙәниәт майҙансығы булдырыу, һәм бейеү фестивале уның яңы ҙур программаһы пилот проекттарының береһе булып тора, — тип билдәләне министр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть