7 декабрь, Шаршамбы

19 ғинуар 2011 йыл, 16:37

Башҡортостан Хөкүмәтендә бер вице-премьер өҫтәлде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Владимир Балабановты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш министры итеп тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Александрович Балабанов 1968 йылдың 3 сентябрендә Өфөлә тыуған. Юғары белемле — Мәскәү коммерция университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һум нефть һәм газ табыу операторы булып башлай. «Белозернефть» нефть-газ табыу идаралығының скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау буйынса операторы булып эшләй. 1991-1993 йылдарҙа нефть табыу идаралыҡтарында эшләй.

1993-1995 йылдарҙа — «Микобанк» Коммерция банкы бухгалтеры, баш бухгалтеры урынбаҫары.

1995-2004 йылдарҙа — Урал-Себер банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә өлкән иҡтисадсы, операциялар идаралығы начальнигы, вице-президент, өлкән вице-президент, баш идара итеүсе директор.

2004 – 2005 йылдарҙа — «Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең финанс директоры, «УЗЭМИК» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең финанс буйынса директоры (бер юлы ике урында эшләй).

2005-2010 йылдарҙа — «Русь-банк» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарыусы директоры, идара рәйесе.

2010 йылда «Росгосстрах» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте президентының советнигы булып эшләй.

2010 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры булып эшләй.

Владимир Балабанов – «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы».