Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

50 күп балалы әсәгә наградалар тапшырылды

Йәмғиәт

Республика Хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе наградлауҙың 89-сы тантанаһы үткәрелде. «Әсәлек даны» миҙалдарын, сәскәләр һәм аҡсалата премияларҙы Башҡортостандың 50 гүзәл затына БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов тапшырҙы.

— Башҡортостанда 33 мең күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙа 110 мең бала тәрбиәләнә, — тине вице-премьер. — Республика Хөкүмәте улар өсөн ҡайһы бер льготалар билдәләне: айлыҡ пособие, коммуналь хеҙмәттәргә түләү, бушлай йөрөү, туҡланыу һәм мәктәп формаһы. 230 миллион һумға был льготалар менән 23 мең ғаилә файҙаланды. Һуңғы ике йылда 48 күп балалы ғаилә торлаҡ һатып алыуға торлаҡ сертификаттары алды, был маҡсаттарға бюджет 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүлде. 9 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә дәүләт «ГАЗель» автомобиле бүләк итә, бындай ғаиләләр 60-ҡа тулды. Етемдәр һәм социаль етемдәр менән проблеманы хәл итергә кәрәк: хәҙер уллыҡҡа бала алыусыларға әсәлек капиталы күләмендә бер тапҡыр түләнә торған пособие бирелә, был 365 мең һум.

«Әсәлек даны» миҙалы Башҡортостанда 1998 йылдан булдырылды. Уҙған 12 йылда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе 5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ наградаға лайыҡ булды. Бөгөн уларға тағы 50 күп балалы әсә ҡушылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть