Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Фәнни-техник һәм инновация сәйәсәте буйынса совет етәксеһе – Президент Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 17 ғинуарындағы 1-се ҡарары менән БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Фәнни-техник һәм иннвация сәйәсәте буйынса совет тураһында Положение һәм уның составы раҫланды.

Совет рәйесе — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы, БР Президенты Рөстәм Хәмитов, Совет рәйесе урынбаҫары — БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Фәнни-техник һәм инновация сәйәсәте буйынса совет республика башҡарма власть һәм үҙидара органдарының төбәктең инновация системаһы составына ингән ойошмалар һәм учреждениелар менән үҙ-ара һөҙөмтәле эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүсе яраштырыу органы булып тора.

Советтың төп бурыстары һәм функциялары түбәндәгеләр: фәнни-техник һәм инновация өлкәләрендә берҙәм дәүләт сәйәсәтен булдырыу буйынса тәҡдимдәр эшкәртеү; Башҡортостан Республикаһының инновацион потенциалына һәр яҡлап анализ үткәреү һәм уны һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса тәҡдимдәр һайлап алыу; БР-ҙың төбәк фәнни-техник һәм инновацион үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләү, тейешле ресурстарҙы туплау һәм инновация өлкәһендәге башҡа ҡайһы бер өҫтөнлөклө бурыстар.

2 февралгә Советтың киңәйтелгән ултырышын үткәреү билдәләнде. Уға 160-тан ашыу ҡатнашыусы: Башҡортостандың башҡарма власть органдары, республика предприятиелары һәм фәнни ойошмалары вәкилдәре саҡырылды.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть