4 декабрь, Йәкшәмбе

19 ғинуар 2011 йыл, 14:59

БР экология министры «Россия 24» телеканалында «Ирәмәл» тәбиғәт паркы хаҡында һөйләне

автор: Светлана Ғәфүрова

Быйыл 18 ғинуарҙа «Россия 24» телеканалында «Интервью»  программаһында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотлоәхмәтов менән «Ирәмәл» тәбиғәт паркын ойоштороу темаһына әңгәмә ҡоролдо.

2010 йылдың 31 декабрендә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған БР Хөкүмәте ҡарары «Ирәмәл» тәбиғәт паркы» дәүләт бюджет учреждениеһының хоҡуҡ статусын билдәләүсе төп документ булып торҙо.

— Беҙҙең бурыс – Ирәмәл тауында тәбиғәт менән цивилизациялы аралашыу өсөн шарттар булдырыу һәм уның тәбиғи биологик төрлөлөгөн һаҡлау, — тине Азат Ҡотлоәхмәтов.

Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ял ойоштороу өсөн тейешле инфраструктура булдырыласаҡ. Атап әйткәндә, туристарҙың тәбиғәт паркы территорияһында оҙайлы ял итеүе өсөн туристар ҡунаҡханаһы, кемпинг һәм коттедждар төҙөү планлаштырыла. Ҡыҫҡа ваҡытлы ял өсөн палатка ҡаласыҡтары ойоштороласаҡ.

Азат Ҡотлоәхмәтов, тәбиғәт паркы территорияһында биш функциональ зона бүленгән, тине: ҡурсаулыҡ режимындағы зона, көйләнгән рекреация зонаһы, рекреацион файҙаланыу зонаһы, сикләнгән хужалыҡ эшмәкәрлеге зонаһы һәм экологик коридор зонаһы. Экскурсион һәм туристик маршруттарҙы көйләнгән рекреация зонаһына ингән территорияларҙа үткәреү ҡаралған. Йәйәү, атта, велосипедта, саңғыла һәм ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөү өсөн шарттар булдырыу планлаштырыла. Туризмдың тап ошо төрҙәре Ирәмәл тауында туристар араһында айырыуса ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

Министр, рекреацион ресурстарҙы файҙаланыу экологик балансты боҙмаясаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хайуандар иркен йөрөй алһын өсөн тәбиғәт паркы менән Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы араһында экологик коридор зонаһы бүленде.

БР Экология министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тәбиғәт паркы дирекцияһы Белоретта урынлашасаҡ. Әлеге ваҡытта учреждениеның директоры тәғәйенләнгән, уның штаты ойошторола.

—Республика бюджетынан 2011 йылға 10 миллион һум аҡса бүленде, ләкин беҙ шәхси инвесторҙар өсөн дә асыҡбыҙ, — тине Азат Нуриәхмәт улы. — Ирәмәл тауы бөтә Рәсәйҙең тәбиғәтте һөйөүселәренә яҡшы билдәле. Йыл һайын, эксперттар баһалауынса, унда 10 мең самаһы туристар килә.

Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, «Ирәмәл» тәбиғәт паркын ойоштороу буйынса эш дауам итә, һәм бик тиҙҙән тауға тәүге туристар килә аласаҡ.