3 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2011 йыл, 12:34

Энергияны һаҡлау технологиялары төҙөлөш үҙҡиммәтен арзанайтасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Торлаҡ һәм производство биналары проекттарында энергияны һаҡлау технологияларын файҙаланыу популярлаша бара. Был турала Башҡортостан Республикаһыны Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында үткән кәңәшмәлә техник фәндәр докторы Вадим Бабков хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, бындай технологияларҙы индереү реаль иҡтисади файҙа килтерә — тотоноу менән бәйле сығымдар кәмей.  

— Энергияны һаҡлауҙы күтәреүҙең төп йүнәлеше булып биналар конструкцияларының принципиаль яңы типтарын ҡулланыу тора, — тине Вадим Бабков. — Мәҫәлән, өс ҡатлы панелдәрҙән тиҙ төҙөлә торған аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар. Улар һәр квадрат метр өсөн төҙөлөш үҙҡиммәтен кәметергә булышлыҡ итә. Башҡортостанда өс ҡатлы панелдәр етештереүсе предприятие бар. Шулай уҡ йылылыҡ үткәрмәүсе материалдар файҙаланыу ҙа мөһим. Атап әйткәндә, автоклав газ-бетон стена блоктарын. Улар тышҡы стеналар үҙҡиммәтен кирбес һалыу менән сағыштырғанда ике тапҡырҙан ашыуға кәметә.  

Бынан тыш, кәңәшмәлә проект эшләүҙә хаҡтар билдәләү темаһы ла тикшерелде. Проект эштәренең хаҡы, объекттың төрөнә бәйле, ике-өс процент тирәһе тәшкил итә. «БР буйынса төҙөлөштә төбәк хаҡтар билдәләү үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Татьяна Суркованың һүҙҙәренә ҡарағанда, «Башкиргражданпроект» менән «Башжилкоммунпроект»тан тыш, бер проект ойошмаһы ла объекттарға һәм эштәр комплекстарына смета документацияһын төҙөү буйынса билдәләнгән талаптарҙы үтәмәй.