Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор ҡарамағында эшҡыуарлыҡ буйынса координацион совет ойоштороласаҡ

Иҡтисад

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре менән эш кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор ҡарамағында Эшҡыуарлыҡ үҫешенә булышлыҡ итеү буйынса координацион совет ойошторорға ҡарар ителде.

БР буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Азат Фазлыев кәңәшмәлә федераль власть органдары менән Башҡортостандың бизнес-берләшмәһе араһында конструктив диалог урынлаштырыу кәрәклеге, республикала ыңғай инвестицион климат формалаштырыу тураһында фекер алышты.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән БР буйынса Баш федераль инспектор Аппараты Координацион советтың ойоштороу документтары проекттарын әҙерләү, уның составын ойоштороу буйынса берлектә эш алып бара. Февралдә үк яңы кәңәшмә органының беренсе ултырышын үткәреү планлаштырыла, унда Положение, Совет составы һәм 2011 йылға эш планы ҡараласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть