3 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2011 йыл, 11:49

Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү концепцияһы раҫланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 2020 йылға тиклем осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү концепцияһын раҫланы.

Ауылды үҫтереү һәм төҙөкләндереү — дәүләт сәйәсәтенең мөһим стратегик бурыстарының береһе. Уны хәл итеү илдең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә, Рәсәй иҡтисадының конкуренцияға һәләтлелеген күтәреүгә һәм граждандарҙың көнкүрешен яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Концепцияның өҫтөнлөклө йүнәлештәре араһында — демографик үҫеште стимуллаштырыу һәм ауыл еренә күсенеү өсөн шарттар тыуҙырыу; ауыл иҡтисадын диверсификациялау һәм ауыл халҡының килем табыу сығанаҡтарын киңәйтеү; ауыл халҡының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу; заманса социаль, инженер һәм транспорт инфраструктураһы булдырыу.

Документта ауылда мәшғүллектең альтернатив төрҙәрен, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, кадрҙар потенциалын үҫтереү мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелә.

2020 йылға тиклем осорға РФ ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу ауыл биләмәләрен сифат яғынан яңы кимәлгә сығарырға, иҡтисади, социаль һәм экологик мәсьәләләрҙе комплекслы баланслы хәл итеүҙе тәьмин итергә, шулай уҡ ауылдың тәбиғи-ресурс һәм тарихи-мәҙәни потенциалын һаҡларға ярҙам итәсәк.