9 декабрь, Йома

19 ғинуар 2011 йыл, 11:13

Өфөлә икенсел торлаҡҡа хаҡтар бер аҙнала 1,1 процентҡа күтәрелде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Һуңғы аҙнала Өфөлә икенсел торлаҡҡа хаҡ бер процентҡа күтәрелгән. Бөгөн бындай күсемһеҙ милектең бер квадрат метры Башҡортостандың баш ҡалаһында уртаса 45,26 мең һумға тәҡдим ителә.

Хаҡтар бөтә типтағы фатирҙарға ла артҡан. Бер бүлмәле фатирҙар — бер процентҡа (квадрат метрына 47,1 мең һум), ике бүлмәлеләр — 1,1 процентҡа (44,93 мең), өс бүлмәлеләр — 0,8 процентҡа (43,15 мең), күп бүлмәлеләр 1,1 процентҡа (43,44 мең) ҡыйбатланған.

Иң ҡыйбат, элиталы торлаҡ «квадратына» уртаса 59,5 мең һумға тәҡдим ителә.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре белгесе Айгөл Степанова әйтеүенсә, бөгөн Өфөлә һатыуға ҡуйылған иң арзан өс бүлмәле фатир 800 меңгә  тәҡдим ителә. Ул К.Маркс урамындағы йортта урынлашҡан, майҙаны — 45 квадрат метр. Иң ҡиммәт фатир 16,5 миллион һумға һатыла – ағалы-энеле Кадомцевтар урамы, дүрт бүлмәле, 175 квадрат метр.

Бүлмәләр сегментында тәҡдим ителгән иң түбән хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12,1 «квадрат». Иң юғары хаҡ – 1170 мең һум: Космонавтар урамы, 10,9 кв. метр.

Әлеге ваҡытта һатылған иң ҡыйбат коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Был Аҡманайҙа урынлашҡан йорттоң майҙаны — 450 квадрат метр.