4 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2011 йыл, 10:35

Башҡортостан күп фатирлы йорттарға капиталь ремонтты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып тамамланы

автор: "Башинформ"

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды дәүләт корпорацияһы Рәсәй төбәктәре тарафынан фонд аҡсаһы иҫәбенә финанс ярҙамын файҙаланыу һөҙөмтәлелеген баһалау күрһәткестәрен баҫтырып сығарҙы. Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа реформаны тормошҡа ашырыуҙың дөйөм баһаһы буйынса дүрт лидер төбәк иҫәбенә инде.

Республика Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында тәүгеләрҙән булып 2010 йылға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан берлектә финансланған күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт программаһын үтәне.

2010 йылда республикала бөтәһе 231 күп фатирлы йортҡа ремонт яһалған. Шул иҫәптән Өфөлә – 90 йорт, Стәрлетамаҡта – 29, Салауатта һәм Күмертауҙа – 17-шәр, Нефтекама, Мәләүез һәм Туймазыла 11-әр күп фатирлы йорт ремонтланған.

Ошо маҡсатҡа Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды бюджетынан 870,99 миллион һум, муниципаль ҡаҙнанан 82,8 миллион һум аҡса бүленгән. Бина милекселәре средстволарын (58,1 миллион һум) иҫәпкә алып, капиталь ремонттың дөйөм хаҡы 1,011 миллиард һум тәшкил итте.

Башҡортостандан тыш, күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса программаны тағы ла 13 төбәк ваҡытынан алда үтәне. 2010 йылдың 27 декабренә РФ субъекттарында 2010 йылға капиталь ремонт программаһы 79,53 процентҡа үтәлде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондына төбәктәр биргән мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн фонд программаһына индерелгән 32550 йорттоң 25887-һендә ремонт эштәре тамамланған, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.