3 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2011 йыл, 10:36

БМО 2011 йылды Халыҡ-ара химия йылы тип иғлан итте

автор: Руфина Хананова

ЮНЕСКО хуплауында, Халыҡ-ара теоретик һәм ғәмәли химия союзы – ИЮПАК инициативаһына ярашлы, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2011 йылды Халыҡ-ара химия йылы тип иғлан итте. Йыл девизы — «Химия – беҙҙең тормошобоҙ, беҙҙең киләсәгебеҙ» — кешелек үҫешен тәьмин итеүҙә был фәндең мөһим ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала.  

Химия йылы рәсми башланғанға тиклем бер аҙна алдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһында «Ҡатын-ҡыҙ-химиктар Халыҡ-ара химия йылын ҡаршылай» исеме аҫтында осрашыу үткәрелде. Үҙ ғүмерен химияға арнаған ҡатын-ҡыҙҙар осрашыу ваҡытында уларҙың фәндәге ролен тикшерҙе.  

— Бөгөн, 18 ғинуарҙа, Мария Кюриға радий һәм полонийҙы асҡан һәм тикшергән өсөн Нобель премияһы бирелеүгә 100 йыл тула. Тап ошо көндө беҙ төп химиктарҙы осрашыуға йыйҙыҡ, — тине профессор, БР Фәндәр академияһы академигы Илдус Абдрахманов.

Фәндә ҡатын-ҡыҙҙар һәм Мария Склодовская-Кюриға Нобель премияһы бирелеүҙең 100 йыллығы сараның төп темаларының береһе булды.

темалар: фән