8 декабрь, Кесе йома

17 ғинуар 2011 йыл, 14:24

Борис Мелкоедов: Матбуғатҡа яҙылыу күҙалланған кимәлдә ҡалды

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй матбуғаты көнөндә, 13 ғинуарҙа, Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ведомство ойошмалары етәкселәренең оператив кәңәшмәһе булды. Кәңәшмәлә министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре, полиграфия комбинаттары һәм типография етәкселәре, республика гәзит һәм журналдарының баш мөхәррирҙәре ҡатнашты.

2011 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһау фекер алышыуҙа төп тема булды. БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов билдәләүенсә, әлеге кампания административ баҫым яһамай алып барылыуға ҡарамаҫтан, баҫма матбуғатҡа яҙылыу күҙалланған кимәлдә ҡалды.

Матбуғат баҫмалары мөхәррирҙәре билдәләүенсә, медиа-киңлек үҫешенең төп тенденцияларының береһе – уҡыусыларҙың гәзит-журналдарҙы Интернет-сайттарҙа уҡыуға күсеүе. Ҡайһы бер баҫмалар гәзиттең электрон версияһына яҙылыуҙы индерә башланы. Электрон версия баҫма матбуғатҡа ҡарағанда һиҙелерлек түбән хаҡта. Мәҫәлән, “Октябрьский нефтяник” гәзитенең электрон төрөнә бөгөн 50 кеше яҙылған да инде. Тәүлегенә уның сайтына 500 кеше инә.

Министрлыҡтың баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге хәбәр итеүенсә, министр электрон архивты формалаштырыу өсөн ваҡытлы матбуғаттың электрон төрҙәренә яҙылыу системаһына гәзит-журналдарҙың мотлаҡ даналарының электрон формаһын тапшырыуҙы индереү бурысын ҡуйҙы.

Министр урынбаҫары Марат Ғәзизов 2011 йылдың тәүге кварталының киң мәғлүмәт саралары баҙарында һәм Башҡортостан  гәзит уҡыусылар араһында маркетинг һәм социологик тикшеренеүҙәр үткәрергә тәҡдим итте. Шул саҡта, уның фекеренсә, ваҡытлы матбуғатты ҡыҙыҡлыраҡ сығарыу һәм яңы уҡыусылар йәлеп итеү мөмкинлеге буласаҡ.