5 декабрь, Дүшәмбе

17 ғинуар 2011 йыл, 9:15

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Стәрлетамаҡ халҡының хоҡуҡтарын яҡлай

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова Стәрлетамаҡ хакимиәтендә 2011 йылда тәүге тапҡыр граждандарҙы ҡабул итте. Дүрт сәғәт эсендә 40-тан ашыу кеше хоҡуҡи ярҙам һорап вәкилгә мөрәжәғәт итте. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға торлаҡ тәғәйенләү, опека рәсмиләштереү, алимент түләмәү – былар вәкилгә мөрәжәғәт ителгән проблемаларҙың бер өлөшө генә. Айырым мөрәжәғәттәр буйынса урында уҡ ҡарарҙар ҡабул ителде, был эштә Лилиә Ғүмәроваға Федераль суд приставтары хеҙмәте БР буйынса идаралығы Стәрлетамаҡ район-ара суд приставтары бүлегенең хеҙмәткәрҙәре ярҙам итте, ә ҡайһы бер мөрәжәғәттәрҙе вәкил шәхси контроленә алды.

Мәҫәлән, ун ике йәшлек ейәнсәренең яҙмышы өсөн борсолған пенсионер Виталий Ефимов Лилиә Салауат ҡыҙына ярҙам түгел, кәңәш һорап килгән.

— Ҡыҙымдың ата-әсәһе юҡ, минең мәрхүм ҡатынымдың туғандары – һеңлеһе һәм уның ире уның рәсми опекундары булып тора, улар Белгород өлкәһендә йәшәй, – тип һөйләй Виталий Петрович. – Бөгөн ғаиләлә килеп тыуған хәл ҡатмарлы, опекундар ейәнсәремде балалар йортона тәрбиәгә бирмәксе. Баланы Башҡортостанға, миңә яҡыныраҡ күсереү мөмкинлеген белергә теләйем, сөнки унда уның бер генә яҡын кешеһе лә юҡ, ә мин уны яратам, уға барып йөрөр инем. Улай ғына ла түгел, Стәрлетамаҡта ҡыҙыма торлаҡ беркетелгән.

Лилиә Ғүмәрова хәлде асыҡларға һәм пенсионерға ярҙам итергә вәғәҙә итте.

— Рәсми һорау-мөрәжәғәттән тыш, Белгородтағы коллегам – Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдән ҡыҙ янына барып, уның ниндәй шарттарҙа йәшәүен ҡарауын, уның менән әңгәмәләшеп, хәлде төптәнерәк белешеүен һораясаҡмын, – тип аңлатты балалар вәкиле. – Был осраҡта иң мөһиме – баланың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу, килеп тыуған мәсьәләне ыңғай хәл итеү өсөн юлын табырбыҙ тип уйлайым.

Стәрлетамаҡта йәшәүсе Гөлбаян Ғатауллина Лилиә Ғүмәроваға сараһыҙҙан килгән.

— Дүрт һәм ике йәшлек ике ейәнем, әлеге көндә декрет отпускыһындағы ҡыҙым минең ҡарамаҡта, – тип тулҡынланып һөйләй ҡатын. – Эш шунда: ҡыҙым ике йыл элек иренән айырылды. Улар Красноусолда йәшәне. Әле ҡыҙым миндә йәшәй. Айырылғандан бирле аталары балалар менән ҡыҙыҡһынмай, алимент түләмәй, улай ғына ла түгел, үс алыу менән янай.

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил алимент буйынса бурыстың суммаһы һәм башҡарма эштең ҡайҙа булыуы менән ҡыҙыҡһынды.

— 160 мең һум, бөтә документтар Красноусолда, – тип яуапланы Гөлбаян Тимерхан ҡыҙы.

Лилиә Салауат ҡыҙы ошо көндәрҙә сара күреләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Был кешене табыу ҡыйын булмаясаҡ, – тип билдәләне ул. – Беҙ, республика суд приставтары хеҙмәте, Красноусол менән бәйләнешкә инәсәкбеҙ. Үс алыуға килгәндә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуратураһына мөрәжәғәт әҙерләйәсәкмен.

Яуыз ниәттә алимент түләмәүселәр хаҡында һөйләп, балалар вәкиле Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ла ошо йүнәлештә 2600-ҙән ашыу башҡарма эштең булыуын әйтте.

— Алимент түләмәүселәрҙең яуаплылығын көсәйтеү өсөн республика ҡануниәтен генә түгел, федераль ҡануниәтте лә камиллаштырырға кәрәк. Үҙ балаларынан ҡасып йөрөгән әсәй һәм атайҙарға ҡарата саралар ҡайтанан ҡаралырға һәм көсәйтелергә тейеш.

Журналистар менән әңгәмәләшкәндә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил граждандарҙы шәхси ҡабул иткәндә бик ҡатмарлы, ҡайһы саҡта буталсыҡ хәлдәр менән мөрәжәғәт итеүҙәрен билдәләне. Йыш ҡына кешеләр дөрөҫ хоҡуҡи ярҙамды ҡайҙа һәм нисек алырға белмәй.

— Балалар мәнфәғәтен һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле проблемалар бик күп, – тине Лилиә Ғүмәрова. – Республика ҡануниәте был проблемаларҙы көйләй, ләкин бөгөн уны ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф йәһәтенән дә камиллаштырырға кәрәклеге асыҡ күренә, сөнки проблемаларҙы хәл итеү механизмдары фундаменттың үҙен камиллаштырыуға ҡайтып ҡала, ә был осраҡта ҡануниәт базаһы нигеҙ булып тора. Балалары булған ғаиләләргә социаль ярҙам саралары хаҡында һөйләһәк, улар бөгөн бик күп, ләкин дәүләт средстволарын һөҙөмтәле файҙаланыу хаҡында һөйләү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә иртәрәк. Мәҫәлән, беҙҙең төбәктә 400 меңдән ашыу ғаилә балаға 130 һум күләмендә айлыҡ пособие ала. Быға йыл һайын республика бюджетынан 750 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Әлбиттә, 130 һум айырым бер ғаиләнең хәлен бер нисек тә яҡшырта алмай. Әгәр был мәсьәләне адреслылыҡты арттырыу күҙлегенән ҡараһаҡ, пособиеның күләме һиҙелерлек артыр ине. Ул һәр айырым ғаиләгә мөһим мәлдә ярҙам итергә һәм бөгөн булған средстволарҙы рациональ тотонорға булышлыҡ итәсәк.

Лилиә Ғүмәрова билдәләп үткән тағы ла бер проблема – торлаҡ менән тәьмин итеү проблемаһы. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил “социаль торлаҡ баҙарының бөгөн бик мөһим” булыуын билдәләне.

— Республика Президенты тарафынан бындай бурыс ҡуйылды, – тине ул. – Берҙәм сират булдырылырға тейеш, бөгөн сертификаттар, торлаҡ һатып алыу өсөн социаль пособиелар рәүешендә бүленгән средстволар икенсел торлаҡ баҙарына булышлыҡ итеүгә түгел, ә Башҡортостанда йәшәүселәр һатып алырҙай хаҡ буйынса социаль торлаҡ төҙөүгә йүнәлтелергә тейеш.