10 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2011 йыл, 9:53

Өфөлә һигеҙ яңы спорт майҙансығы төҙөлдө

автор: Евгений Рәхимҡолов

2010 йылда Өфөлә һигеҙ яңы спорт майҙансығы төҙөлгән. Был турала шишәмбе көндө Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә физкультура һәм спорт буйынса ҡала комитеты рәйесе Сергей Степанов хәбәр итте.

— Бынан тыш, ҡалала йыл дауамында «Спартак» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Урам баскетболы үҙәге һәм «Затон» биҫтәһендә футбол майҙаны файҙаланыуға тапшырылды, — тине ул. – Яңы спорт объекттары барлыҡҡа килеүе Өфө халҡына әүҙем ял өсөн уңайлы шарттар булдырырға һәм спортҡа төрлө йәштәге кешеләрҙе йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Дөйөм алғанда бөгөн физкультура һәм спорт менән Өфөлә 200 мең кеше шөғөлләнә.