Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Шаран ауылында Ветерандар йорто асылды

Йәмғиәт

Шишәмбе көндө Шаран ауылында тантаналы рәүештә Ветерандар йорто асылды. Ике ай дауамында әүәлге ер комитеты бинаһында ремонт эштәре алып барылды. Эшҡыуарҙар, төрлө учреждениелар һәм ойошмалар ярҙам ҡулын һуҙҙы: берәүҙәре төҙөлөш материалдары һатып алһа, икенселәр финанс средстволар бүлде, өсөнсөләр эшселәр көсө менән тәьмин итте. Һөҙөмтәлә, заманса материалдар ҡулланып, ял итеү, ҡунаҡтар ҡабул итеү, һәр төрлө түңәрәктәр үткәреү өсөн бүлмәләр булдырылды.

Йомшаҡ мебель, өҫтәл-ултырғыстар, һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес, сәй сервиздары, шахмат, шашкалар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр — былар барыһы ла хеҙмәт коллективтары, айырым кешеләрҙең бүләктәре. Улар үҙ эшмәкәрлеген яңы башлаусы Ветерандар йортона бик тә ярап ҡалды.

Тәбрикләү һүҙҙәре менән сарала ҡатнашыусыларға урындағы православие ғибәҙәтханаһы протоиерейы Василий һәм Шаран ауылы имам-хатибы Тимерйән хәҙрәт мөрәжәғәт итте.

— 2010 йылдың октябрендә беҙ был мөһим объектты асырға ҡарар иттек, — тине район хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин, — һәм мин ошондай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә беҙҙең пенсионерҙарға осрашыуҙар, саралар үткәреү, әүҙем тормош алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдыра алыуыбыҙға бик шатмын.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть