9 декабрь, Йома

19 ғинуар 2011 йыл, 9:06

БР-ҙағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы РФ Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар ҡабул итеүҙе ойоштора

автор: Ғәлиә Нәбиева

20 ғинуарҙа 16 сәғәттә Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә хеҙмәт ҡануниәтен үтәү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү үткәрелә.  Халыҡты Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары -  Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт хеҙмәт инспекторы урынбаҫары (хеҙмәт һаҡлау буйынса) Владимир Сергеевич Гребенников ҡабул итәсәк.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт ("Үҙәк баҙар" транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс