4 декабрь, Йәкшәмбе

18 ғинуар 2011 йыл, 18:14

19 ғинуарҙа социаль яҡлау мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә

автор: Евгений Рәхимҡолов

19 ғинуарҙа РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Башҡортостан халҡын социаль яҡлау мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола. Халыҡты Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Салауат Йәнтүрин ҡабул итәсәк.

Ҡабул итеү сәғәт 10-да башлана.

Бүлмәнең адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы).

Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: социаль яҡлау