Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Эксперттар проект-смета документацияһында етешһеҙлектәрҙе асыҡлай

Иҡтисад

Былтыр Рәсәй дәүләт экспертизаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы 1573 берәмек проект-смета документацияһын ҡараны. Шуларҙан 764 документ ыңғай һығымта алды. Уларҙың дөйөм смета хаҡы 44 миллион һум самаһы тәшкил итте. Был турала БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетындағы кәңәшмәлә Идаралыҡ начальнигы Иван Штында хәбәр итте.  

— Ыңғай һығымта алған бөтә проект документацияһы ла дәүләт экспертизаһы иҫкәрмәләре буйынса ҡайтанан еренә еткереп эшләнде. Был уларҙы проект ҡарарҙарының ышаныслылығын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ғәмәлдәге ҡануниәт һәм норматив техник документтары талаптарына ярашлы хәлгә килтереү өсөн кәрәк булды, — тип билдәләне Иван Штында. — Проект документацияһының яртыһынан ашыуы ике-өс тапҡыр ҡабаттан эшкәртеүгә ҡайтарылды. Быға бер нисә ай үтте.  

Рәсәй дәүләт экспертизаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы әйтеүенсә, проект документацияһында нормаларҙан һәм ҡағиҙәләрҙән байтаҡ ситләшеүҙәр асыҡланды. Атап әйткәндә, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙар байтаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть