Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Рәсәйҙә эшһеҙҙәр һаны – 1,6 миллион кеше

Иҡтисад

Йыл башынан алып илдә эшһеҙҙәр һаны 20 меңдән ашыу кешегә, йәғни 1 процентҡа артты, тип хәбәр итә Newsland порталы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығына һылтанып.

«2010 йылдың 29 декабренән 2011 йылдың 12 ғинуарына тиклем — мәшғүллек хеҙмәте органдарында теркәлгән эшһеҙ граждандар һаны 1,3 процентҡа (йәки 20 мең 648 кешегә) артты һәм 2011 йылдың 12 ғинуарына ҡарата 1 миллион 595 мең 26 кеше тәшкил итте», — тиелә министрлыҡтың рәсми белдереүендә.

Унда, 2008 йылдың октябре башынан алып эштән сығарылған хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һаны 1 миллион 544 мең 846 кешегә етте, тип һыҙыҡ өҫтөнә алына. Эштән сығарылғандарҙың 459 мең 942-һе эшкә урынлаштырылды, шул иҫәптән 241 мең 851-е — элекке ойошмаһында.

Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 2010 йылдың дүртенсе кварталында һәм 2011 йылдың ғинуарында эшһеҙҙәр һаны 6710 кешегә артты.

«Халыҡты эш менән тәьмин итеү тураһында» федераль законға ярашлы, 2008 йылдың октябренән мәшғүллек хеҙмәтенә 1498 ойошма эштән сығарыу ихтималлығы тураһында мәғлүмәттәр бирҙе.

Ойошманы бөтөрөү, штатты ҡыҫҡартыу менән бәйле 39633 кешене эштән сығарырға планлаштырылғайны, ысынында был осорҙа 890 ойошманан 36360 кеше эштән сығарылды, шуларҙан 15315 кеше эшһеҙ сифатында иҫәпкә торҙо, тип хәбәр итә Ufa1.ru.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть