11 декабрь, Йәкшәмбе

18 ғинуар 2011 йыл, 13:49

Аҡса-финанс проблемалары буйынса Рәсәй-Франция семинары эшләй башланы

автор: "Башинформ"

Өфөлә аҡса-финанс проблемалары буйынса Рәсәй-Франция семинарының сираттағы сессияһы үтә. Рәсәйҙән һәм Франциянан финанс өлкәһендәге әйҙәүсе белгестәр Рәсәйҙең 2010 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарын, бөтә донъя валюта-финанс баҙары проблемаларын һәм перспективаларын, Рәсәй иҡтисадының көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерә.

18 ғинуарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда Премьер-министр урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов Рәсәй Фәндәр академияһының  Халыҡ хужалығын прогнозлау институты директоры, академик Виктор Ивантер, Иҡтисади үҫеш моделдәрен тикшереү үҙәге (СЕМI) етәксеһе, Социаль фәндәр буйынса тикшеренеүҙәр юғары мәктәбенең (EHESS) директорҙар советы ағзаһы Жак Сапир менән осрашты.

Виктор Ивантер билдәләүенсә, совет заманынан уҡ эшләп килгән бындай семинарҙарҙың маҡсаты – француз ғалимдарының фекерен иҫәпкә алып, үҙ үҫешенең дөрөҫ моделен эшләү өсөн төбәктәрҙәге иҡтисади процестарға анализ яһау.  

Бындай семинарҙар сиратлап ике илдә үткәрелә. Былтыр дүрт семинар – Майкопта, Вологдала, Лионда һәм Греноблдә үтте. 2011 йыл эстафетаһын Өфө башланы. Һуңынан Тулузаға сират етә.

Академик Ивантер Башҡортостанға төбәк проблематикаһын өйрәнеү, шулай уҡ республика өсөн белгестәр әҙерләү буйынса бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе. Илшат Тажетдинов билдәле ғалимдарға әлеге семинарҙы Өфөлә үткәрергә ҡарар иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм унда ҡатнашыусыларға уңышлы эш теләне,  тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.