8 декабрь, Кесе йома

18 ғинуар 2011 йыл, 12:11

НефАЗ 2010 йылда 315 миллион һум экономияланы

автор: Любовь Колоколова

«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Японияның Toyota компанияһы өлгөһөндә һаҡсыл етештереү ысулдарына һәм принциптарына нигеҙләнгән производство системаһын индереү дауам итә.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, 2010 йылда завод хеҙмәткәрҙәре 16966 кайдзен-тәҡдим индергән, шуларҙың 80 проценты самаһы производствоға индерелгән. Акционерҙар йәмғиәтенең һөҙөмтәле үҫешен бында персоналды һаҡсыл етештереүҙе ойоштороуға мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү менән бәйләйҙәр. Былтыр «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләүселәрҙең 62 проценты производство процестарын камиллаштырыуға һәм эш урындарын оптималләштереүгә йүнәлтелгән кайдзен-тәҡдимдәр индергән. Подразделениелар етәкселәре 29,5 миллион һумлыҡ иҡтисади һөҙөмтә биргән 75 шәхси проектты бойомға ашырған.

2010 йылда «НефАЗ» производство системаһы» сараларын индереүҙән реаль иҡтисади һөҙөмтә  315,5 миллион һум тәшкил иткән. Тап ошо предприятиеға көрсөктән һуңғы ҡатмарлы йылды килем менән тамамларға, завод эшселәренең уртаса эш хаҡын күтәрергә һәм инвестиция программаһын дауам итергә булышлыҡ иткән.  

Был йылға ла етди бурыстар билдәләнгән: завод эсендәге бөтә процестарҙы оптималләштереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм сығымдарҙы кәметеү иҫәбенә 305 миллион һумлыҡ иҡтисади һөҙөмтә алыу.