3 декабрь, Шәмбе

18 ғинуар 2011 йыл, 11:41

Өфөлә кесе йәштәге енәйәтселәр өсөн йорт төҙөлдө

автор: Ольга Мортазина

Өфөлә Балиғ булмаған үҫмерҙәрҙе ваҡытлыса ҡарау үҙәге асылды. Уны асыу тантанаһында БР буйынса Эске эштәр министрлығы башлығы Игорь Алешин, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Тыл департаменты начальнигы урынбаҫары Станислав Трушин, БР-ҙа Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты. Үҙәк Черниковкала, Пекин урамы, 5 адресы буйынса урынлашҡан. Был урамдағы иҫке йорттарҙың береһен «Рәсәй балалары» федераль программаһы средстволарына балалар учреждениеһы итеп тулыһынса реконструкцияланылар. Бина йыһазландырыу менән бергә 29 миллион һумға төштө. Бында медицина блогы һәм ашханаһы менән кухня, уҡыу кластары һәм йоҡо бүлмәләре ҡаралған. Әммә коридорҙарҙа һәм ингән урында – күҙәтеү камералары, бөтә ишектәр ҙә тиерлек йоҙаҡҡа бикләнә. Был бина кескәйҙәр өсөн булһа ла, хоҡуҡ тәртибен боҙоусылар өсөн тәғәйенләнгән бит.

— Бындай йорттарға килеп эләккән балалар, ҡағиҙә булараҡ, имен булмаған ғаиләләрҙән, — тине Станислав Трушин. – Бында улар әлегәсә күрмәгән хәстәрлек һәм иғтибар менән солғап алынырға тейеш.

«Рәсәй балалары» программаһы эшләй башлағандан алып дүрт йыл эсендә илдә 38 ошондай үҙәк барлыҡҡа килде, тип өҫтәне федераль чиновник. Үҙәктә 23 хеҙмәткәр,  шул иҫәптән психологтар эшләй. Үҙәк белгестәре хәбәр итеүенсә, уларға бинаны файҙаланыуға һуңғы рөхсәттәрҙе алырға ҡалды, бер-ике аҙнанан балаларҙы ҡабул итә башлаясаҡтар. Бында бер үк ваҡытта тәртип боҙған 30-лап кесе йәштәге бала йәшәй ала.