10 декабрь, Шәмбе

18 ғинуар 2011 йыл, 11:09

Рөстәм Хәмитов: «Авария хәлдәре кисекмәҫтән бөтөрөлөргә тейеш»

автор: "Башинформ"

17 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иглин һәм Благовещен райондарында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәр менән бәйле күрһәтмә бирҙе.

16 ғинуарға ҡарата төндә Иглин ҡасабаһында газ бүлеү станцияһына ватып инәләр, һөҙөмтәлә тораҡ пунктының үҙәк ҡаҙанлығына газ биреү туҡтатыла. 2000-дән ашыу объект газһыҙ ҡала. Урынға килеп еткән ремонт бригадаһы хәлде төҙәтә. Енәйәтсе тотола һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла.

Рөстәм Хәмитов бындай объекттарҙы тәүлек әйләнәһенә һаҡлау мәсьәләһен хәл итергә ҡушты, сөнки уларҙағы һәр төрлө ғәҙәттән тыш хәл ҙур фажиғәгә килтереүе ихтимал.  

Икенсе ғәҙәттән тыш хәл 16 ғинуарҙа Благовещен ҡалаһында булды. Иртәнсәк йылылыҡ селтәрҙәре участкаһында Өфө эргәһе яғыулыҡ-энергетика үҙәгенән ҡалаға магистраль торба үткәргес тишелеүе асыҡлана. Ремонт бригадалары был урынды эҙләү менән туғыҙ сәғәттән ашыу шөғөлләнә, ғәҙәттән тыш хәл  22 сәғәт 30 минутта ғына тулыһынса төҙәтелә. Авария һөҙөмтәһендә ҡалалағы 34 мең кешене солғап алған  торлаҡ йорттар һәм ҡайһы бер объекттар йылыһыҙ ҡала. Объекттарҙың ҡайһы берҙәрендә температура Цельсий буйынса 15 градусҡа тиклем төшә.  

Башҡортостан Президенты бындай хәлдәргә юл ҡуймау өсөн республиканың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен тепловизорҙар менән йыһазландырыуҙы талап итте, тип хәбәр итә төбәк башлығы матбуғат хеҙмәте.