8 декабрь, Кесе йома

18 ғинуар 2011 йыл, 9:36

Бәләбәйҙә балаларға кисектергеһеҙ медицина ярҙамы кибинеты асылды

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Бәләбәй ҡалаһының балалар поликлиникаһында кисектергеһеҙ медицина ярҙамы кабинеты эшләй башланы. Хәҙер баланы биҙгәк тотһа, сәбәбе билдәләнмәгән ауыртыуҙар, аңлашылмаған сабыртма күҙәтелһә, йәки тыны ҡыҫылһа, 3-04-03 телефонына шылтыратып, табипты өйгә саҡыртырға мөмкин, тип хәбәр итә «Белебеевские известия» гәзите. Кисектергеһеҙ медицина ярҙамы кабинетына мөрәжәғәт иткәндән һуң өс сәғәт эсендә педиатр һәм фельдшер ауырыған балаға юллана, улар уны тикшереп, дауалау курсын билдәләй. Артабан бар мәғлүмәт тулыһынса һауыҡҡанға тиклем баланы күҙәтеү өсөн участка педиатрына тапшырыла.  Кәрәк булғанда кисектергеһеҙ госпитализациялау мәсьәләһе лә хәл ителә.