4 декабрь, Йәкшәмбе

18 ғинуар 2011 йыл, 10:05

Башҡорт медуниверситеты илдең медицина вуздары рейтингында 10-сы урында

автор: Әлфиә Әһлиуллина

2010 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһы медицина вуздары рейтингында Башҡорт дәүләт медицина университеты (БДМУ) 10-сы урынды яуланы. Бынан тыш, БДМУ уртаса берҙәм дәүләт имтиханы балы буйынса Рәсәй медицина вуздарына ҡабул итеү сифаты рейтингында етенсе урынды алды, тип хәбәр итә университетт матбуғат хеҙмәте.

Уҙған йыл БДМУ өсөн уңышлы булды. Мәҫәлән, 2010 йылда вуз «Милли сифат билдәһе» рәсми реестрына индерелде һәм «Милли сифат билдәһе» логотибын файҙаланыу хоҡуғы алды, был логотипты файҙаланыу хоҡуғы менән «Волга буйы федераль округының иң яҡшы юғары уҡыу йорттары-2010» төбәк-ара конкурсы лауреаты булды.

2010 йылдағы төп еңеү: декабрҙә БДМУ илдең 2014 йылда Сочиҙағы Олимпия һәм Паралимпия уйындары өсөн волонтерҙар әҙерләү үҙәктәре ойоштороу хоҡуғы алған 26 уҡыу йорто иҫәбенә инеүе билдәле булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс Рәсәй Спорт һәм туризм министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә «Сочи-2014» Ойоштороу комитеты тарафынан үткәрелде. Башҡорт медуниверситеты етди конкуренцияла еңеп сыҡты. Ярышта илдең 100-ҙән ашыу юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары ҡатнашты. Волга буйы федераль округынан заявка биргән вуздар араһынан икәүһе генә еңеүгә өлгәште — БДМУ һәм А.Н. Туполев исемендәге Ҡазан дәүләт техник университеты.