3 декабрь, Шәмбе

18 ғинуар 2011 йыл, 9:02

Башҡортостан халҡының күпселеге фермерҙарға ер биреү эшен ябайлаштырыу яҡлы

автор: "Башинформ"

Фермерҙарға ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр биреү процедураһы ябайлаштырылырға тейеш. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең социологик һорау алыуҙа ҡатнашҡан 59,3 проценты шулай тип иҫәпләй. Һорауға яуап биргәндәрҙең 21,6 проценты был эште ябайлаштырыуға ҡаршы сығыш яһаны. Респонденттарҙың 19,1 проценты яуап бирергә ҡыйынһынды.

Ошо уҡ тикшереү һорау алыуҙа ҡатнашҡан Башҡортостан халҡының 55,5 процентының республика ҡануниәте менән ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн 3 гектарға тиклем ер алыу мөмкинлеге ҡаралыуы хаҡында белмәүен күрһәтте. 32,8 процент ошондай мөмкинлек хаҡында белә, респонденттарҙың 11,7 проценты яуап бирергә ҡыйынһынды.

Социологик һорау алыу 2010 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты тарафынан үткәрелде. Һорау алыуҙа 16 йәштән 74 йәшкә тиклемге Башҡортостанда йәшәүсе меңдән ашыу кеше ҡатнашты.