10 декабрь, Шәмбе

17 ғинуар 2011 йыл, 17:38

Депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү тамамланды

автор: Марина Шумилова

15 ғинуарҙа Башҡортостанда март айында үтәсәк һайлауҙарҙа депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү тамамланды. Ошонан һуң ун көн эсендә уларҙы теркәү тамамланырға тейеш. БР Үҙәк һайлау комиссияһы белдереүенсә, дөйөм алғанда, 13 меңдән ашыу кандидат күрһәтелде, уларҙың өстән бер өлөшө теркәлгән дә инде.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә — 13 мартта республикала 791 һайлау кампанияһы үтәсәк, 7378 депутат мандаты алмаштырыласаҡ. 53 муниципаль районда урындағы вәкәләтле үҙидара органдары — ҡала һәм ауыл биләмәләре Советтары һайланасаҡ. Бынан тыш, 13 муниципаль районда һәм Мәләүез ҡалаһы ҡала биләмәһендә (21 һайлау округы буйынса) Совет  депутаттарын өҫтәмә һайлау үтәсәк. Шул уҡ көндө ике бер мандатлы – Отрадово (28-се) һәм Иглин (45-се) округтарында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәп һайлаясаҡтар. Ике парламент мандатына һигеҙ теркәлгән кандидат дәғүә итә. Шуларҙың алтауһы «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, Ғәҙел Рәсәй сәйәси партияларының төбәк бүлексәләре тарафынан күрһәтелгән, икәүһе — үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр.

Кандидаттар һәм һайлау берләшмәләре өсөн агитация осоро башланды. Закондарға ярашлы телерадиотапшырыуҙар каналдарында һәм урындағы матбуғат баҫмаларында һайлау алды агитацияһы 12 февралдән башлана һәм 12 мартта урындағы ваҡыт менән ноль сәғәткә тиклем дауам итәсәк.  

темалар: һайлауҙар