5 декабрь, Дүшәмбе

17 ғинуар 2011 йыл, 17:00

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында дауалау туҡланыуын ойоштороу стандарттары индерелде

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында дауалау туҡланыуын ойоштороуҙың территориаль стандарттары индерелде. Медицина учреждениеларында ашатыуҙы ойоштороу процесын регламентлаусы норматив-хоҡуҡи акттар Милли клиник туҡланыу ассоциацияһы менән берлектә төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан эшкәртелгән.  

Атап әйткәндә, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ярашлы приказдар һәм әсбаптар сығарылған. Мәҫәлән, табиптар өсөн «БР балалар дауалау-профилактика учреждениеларында ашатыуҙы ойоштороу» уҡыу әсбабы, «БР дауалау-профилактика учреждениеларында ашатыуҙы ойоштороуға хәҙерге ҡараш» методик рекомендациялары, «БР һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында «Аҙыҡ-түлек продукттары» ярҙамсы статьяһы буйынса сығымдар сметаһын төҙөү тәртибе» мәғлүмәт йыйынтығы һәм башҡалар.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был норматив-хоҡуҡи акттар һәм әсбаптар Рәсәй территорияһында ауырыуҙарҙың туҡланыуын ойоштороуҙа заманса технологияларҙы файҙаланып төҙөлгән диета рациондары системаһында берҙән-бер ғәмәли етәкселек булып тора. Былтыр декабрҙә Башҡортостан медиктарының был эшкәртмәләре Мәскәүҙә «Туҡланыу һәм сәләмәтлек» XII Бөтә Рәсәй диетологтар һәм нутрициологтар конгресында билдәләнде.

Хәҙер БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының дауалау туҡланыуын ойоштороу буйынса был әсбаптары илдең башҡа төбәктәрендә лә киң һорау менән файҙалана.

темалар: һаулыҡ һаҡлау