8 декабрь, Кесе йома

17 ғинуар 2011 йыл, 15:53

Ауыл хужалығы предприятиелары үҙ продукцияһын аралашсыһыҙ һатырға тырыша

автор: Раил Мусин

Башҡортостанда, үҙ сауҙа нөктәләрен асып, продукцияларын аралашсыһыҙ һатырға ынтылыусы ауыл хужалығы етештереүселәре артҡандан-арта бара. Шаран районында, 2007 йылда "Марс" ауыл хужалығы производство кооперативы базаһында төҙөлгән "Агро-Марс" крәҫтиән-фермер хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ошондай предприятиеларҙың береһе. Был — үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһы етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнгән тотороҡло үҫешеүсе рентабелле хужалыҡ. Йәмғиәт 3449 га майҙанды биләй, шул иҫәптән ауыл хужалығы участкалары — 3189 гектар (шуның 1444 гектары — һөрөнтө ерҙәр). Милекселек формаһын алмаштырғандан һуң бында баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ буйынса производство күрһәткестәре йылдам күтәрелде. Һәр һыйырҙан тулайым һауым өс йылда — уртаса 24 процентҡа, бөтә тулайым продукция — 1,7 тапҡырға, ә бер хеҙмәткәргә етештереү 2,3 тапҡырға артты. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр ҙә элеккенән бер ярым тапҡырға күберәк эш хаҡы ала башланы.

Быйыл хужалыҡ етәкселәре үҙ үҫешендә алға китергә ҡарар итте һәм үҙ продукцияларын аралашсыһыҙ һатыуға тотондо. Ошо маҡсатта үҙәк усадьбала, Салмалы ауылында, сауҙа нөктәһе йыһазландырылды.

Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин, ауыл хужалығы предприятиеларының үҙ магазиндарын асыуы — бөтә агросәнәғәт комплексы өсөн өҫтөнлөклө бурыс, тип билдәләне.

— Эштәрҙе алып барыуға бындай ҡараш һөҙөмтәһендә хужалыҡта бер нисә бурыс ыңғай хәл ителә, — тине ул, — предприятиеның «тере» аҡсаһы буласаҡ, яңы эш урындары барлыҡҡа килә, ауыл халҡы сифатлы аҙыҡ-түлек аласаҡ.

"Агро-Марс" крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселеге планында — яҡын араларҙа кафе асыу, унда үҙ эшсәндәре кистәрен мәҙәни ял итә, юбилей сараларын, туйҙар үткәрә аласаҡ. Хәҙер буласаҡ кафе бинаһында ремонт эштәре алып барыла.

темалар: ауыл хужалығы