8 декабрь, Кесе йома

17 ғинуар 2011 йыл, 14:52

Майҙа Ҡаҙағстанда Рәсәй-Ҡаҙағстан сәнәғәт күргәҙмәһе үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

25-27 майҙа Ҡаҙағстандың элекке баш ҡалаһы Алма-Атала йыл һайын үткәрелеп килгән 2-се «Expo-Russia Kazakhstan 2011» Рәсәй-Ҡаҙағстан сәнәғәт күргәҙмәһе ойошторола. Был турала Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы хәбәр итә.

Күргәҙмә ватан сәнәғәтенең өр-яңы ҡаҙаныштарын күрһәтергә тейеш, шулай уҡ БДБ дәүләттәре араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеү маҡсаты ҡуя.  

Күргәҙмә тематикаһы киң. Уның бүлектәре араһында — электр энергетикаһы  һәм энергия һөҙөмтәлелеге, нефть-газ сәнәғәте, металлургия, металлургия сәнәғәтендә яңы технологиялар, һыу хужалығы, транспорт инфраструктураһы, машиналар эшләү, юғары технологиялы һәм инновацион тармаҡтар, телекоммуникациялар һәм элемтә, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш техникаһы, төҙөлөш һәм проектлау, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, мәғариф.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Алма-Аталағы Рәсәй-Ҡаҙағстан сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан делегацияһы ҡатнашҡайны. Сәфәрҙе БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторғайны.