8 декабрь, Кесе йома

17 ғинуар 2011 йыл, 14:44

БР Ауыл хужалығы министрлығында сәсеү кампанияһын үткәреү буйынса штаб ойоштороласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Ауыл хужалығы министрлығында яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү буйынса штаб ойоштороласаҡ. Был турала ауыл халҡына Ейәнсура һәм Күгәрсен райондары буйлап эш сәфәре барышында БР Хөкүмәтенең вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев хәбәр итте.

Вице-премьер малсылыҡ фермаларын, мал аҙығы һаҡланған ихаталарҙы, иген келәттәрен, машина-трактор оҫтаханаларын тикшерҙе. Хужалыҡ етәкселәре һәм белгестәре менән ҡышлатыу, мал аҙығы, орлоҡтар, яғыулыҡ-майлау материалдары  менән тәьмин итеү мәсьәләләрен ҡараны.

Муниципаль райондарҙа Эрнст Фәрит улы ауыл биләмәләре башлыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмәләр үткәрҙе. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы башлығы алдағы биш йыллыҡҡа һәм перспективала 2020 йылға тиклем республика агросәнәғәт комплексы үҫешенең маҡсаттары һәм бурыстарын билдәләне. Шулай уҡ ҡышлатыуҙы тамамлау һәм яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү мәсьәләләре лә ҡаралды.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Валентина Әптекәева әйтеүенсә, ведомство башлығы малды витаминизациялау кәрәклегенә иғтибар итте. Ул йәнә ауыл халҡына, яҙғы сәсеү эштәрен үткәреүгә бәйле бөтә мәсьәләләр буйынса киҫкен проблемаларҙы оператив хәл итер өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығындағы штабҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, тигән мәғлүмәт еткерҙе.

Ейәнсура районында Эрнст Исаев биш хужалыҡта булды. Ҡоролоҡ арҡаһында ауыл хужалығы предприятиеларында мал ҡышлатыуҙы ойоштороу менән бәйле проблемалар бар. Әммә бөтә мәсьәләләр ҙә хәл ителерлек һәм хәл ителә лә. Аграрийҙар ужым культураларын ҡайтанан сәсеү талап ителеүе мөмкинлегенә лә әҙерләнә.

Күгәрсен районында аграр ведомство етәксеһе алты ауыл хужалығы предприятиеһын һәм бер крәҫтиән-фермер хужалығын ҡараны. Мал һәм ҡош-ҡорт иҫәбе бында ныҡ кәмемәгән. Мал аҙығы мул әҙерләнгән. Ужым культураларының һәләк булыуы көтөлмәй, орлоҡ та етерлек күләмдә.