Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Шаран районында яңы АЗС асылды

Иҡтисад

Шаран ауылы менән Туймазы ҡалаһын тоташтырыусы автомобиль трассаһынан Октябрьский ҡалаһына, шулай уҡ уның аша Һамар, Тольятти йәки Ҡазанға барыусы транзит автотранспорты ла файҙалана. Бихисап Шаран районы халҡы көн һайын иртән Туймазы ҡалаһына эшкә юллана һәм кисен кире әйләнеп ҡайта. Еңел автомобилдәр паркы ла районда йыл һайын һиҙелерлек тулылана. Һәм бығаса Шаран ауылында ғына яғыулыҡ ҡойорға мөмкин ине.

Хәҙер был юлдағы Салмалы ауылында районда беренсе шәхси автозаправкалау станцияһы асылды.

Автоһәүәҫкәрҙәр был АЗС-ты яратып та өлгөрҙө, сөнки бер литр бензин хаҡы бында бер һумға тиерлек арзаныраҡ.  

Яңы заправка асылыуы арҡаһында өлөшләтә мәшғүллек мәсьәләһе лә хәл ителгән — объектта биш кеше эш менән тәьмин ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть