Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан мең «Беларус» һатып аласаҡ

Иҡтисад

Башҡортостан 2012 йыл аҙағына тиклем мең белорус тракторын, шул иҫәптән Белоруссия менән Башҡортостандың берлектәге «Беларус-Инмаш» предприятиеһында йыйылыусы «Беларус-320» моделдәрен һатып алырға йыйына. Был турала «Башинформ» агентлығына интервьюһында Рәсәйҙәге Беларусь Республикаһы Илселегенең Өфө ҡалаһындағы Бүлексәһе етәксеһе Василий Новак хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, белорус техникаһы республика шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ярҙам программаһы сиктәрендә һатып алына. 2010 йылда был программа буйынса «Башсельхозтехника» предприятиеһы менән 285 «Беларус» һатып алынған да инде.

«Беларус-Инмаш» берлектәге предприятиеһы 2009 йылда Башҡортостан һәм Белоруссия етәкселеге килешеүе нигеҙендә ойошторолған. 2010 йылда бында 78 трактор йыйылған. Шулай уҡ был предприятие техникаһын илдең башҡа төбәктәренә субсидиялар ҡулланып һатып алырға тәҡдим итеү ҙә күҙаллана.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть