5 декабрь, Дүшәмбе

17 ғинуар 2011 йыл, 11:10

Ике айҙа Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыстар 24,5 миллион һумға кәмегән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһында Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы 2010 йылда хеҙмәт хаҡы тураһында закондарҙы күҙәтеү буйынса күҙәтеү-контроль эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Уларға ярашлы 2010 йылдың һуңғы ике айында республикала тотҡарланған хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстар — 24,5 миллион һумға, бурыстары булған ойошмалар иҫәбе 8-гә кәмегән.

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы белгестәре менән үткән йылда йәмғеһе 2037 тикшереү үткәрелгән. Хеҙмәт хаҡы түләү, тулыһынса иҫәп-хисап алыу һәм башҡа түләүҙәр буйынса (эштән һуң ҡалып эшләү, төнгө ваҡытта, ял һәм байрам көндәрендә эшләү буйынса бурыстар) 472 эш биреүсенең бурыстары булыуы асыҡланған.  

Бынан тыш, «Башинформ» агентлығына инспекцияның бүлек начальнигы Ирина Свинтицкая әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәрҙең башҡа төрлө ике меңгә яҡын хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу осрағы асыҡланған. Бирелгән күрһәтмәләр буйынса 8364 хеҙмәткәргә 121,3 миллион һум тотҡарланған эш хаҡы, тулыһынса иҫәп-хисап алыу, махсус хеҙмәт шарттарында эш өсөн түләүҙәр (төнгө ваҡытта, ял һәм байрам көндәрендә эшләгән өсөн) бирелгән.

Хеҙмәт хаҡын түләүҙә хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын боҙған өсөн биш миллион һумдан ашыу суммаға 1309 штраф һалынған. Йәнә 84 эш биреүсегә суд менән дәүләт инспекторҙарының етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күрһәтмәләрен үтәмәгәне өсөн штраф һалынған. 8 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Хеҙмәт хаҡын түләү өлкәһендә эшселәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын икенсегә боҙоу осраҡтары асыҡланған дүрт етәксегә ҡарата дисквалификациялау мәсьәләһен хәл итеү өсөн материалдар судҡа ебәрелгән. Ә биш етәксегә ҡарата материалдар Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 145,1 статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн прокуратураға йүнәлтелгән.