10 декабрь, Шәмбе

17 ғинуар 2011 йыл, 10:00

Башҡортостанда һыу каналдарын инвентаризациялау башланды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялалов бер аҙна эсендә республикалағы барлыҡ һыу каналдарын тикшерәсәк. Халыҡтың йәшәйеше өсөн һыу каналдары эшенең мөһимлеген иҫәпкә алып, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин уға ошондай бурыс йөкмәтте. Мәсьәләне Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов шәхси контролгә алды.

Стәрлетамаҡтағы “Межрайкоммунводоканал” муниципаль предприятиеһын яулап алып үҙләштерергә маташыу тикшереүҙәр үткәреүгә сәбәпсе булды.

“Предприятиеның элекке етәкселеге бөтә мөлкәт комплексын яңы ойошторолған шәхси предприятиеға 25 йылға концессион килешеү буйынса тапшырыуҙы талап итте, – тине Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Сергей Афонин. – Шуныһы ҡыҙыҡ: был яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең ойоштороусылары – муниципаль предприятиеның элекке етәкселәре. Бындай хәл муниципаль предприятиены бөтә мөлкәт комплексынан мәхрүм итеүгә килтереүе ихтимал ине. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов хәлгә ваҡытында килеп ҡыҫылды һәм шикле килешеүҙе туҡтатты”.

Әле “Межрайкоммунводоканал” муниципаль унитар предприятиеһына яңы директор тәғәйенләнде, предприятие мөлкәтте һаҡлап ҡалды һәм өҙөклөктәрһеҙ эшләй, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.