5 декабрь, Дүшәмбе

17 ғинуар 2011 йыл, 9:01

Бәләбәйҙә сыуаш теле буйынса олимпиада үтте

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Бәләбәйҙең Башҡорт гимназияһы-интернаты нигеҙендә иҫәп буйынса 18-се сыуаш теле һәм әҙәбиәте буйынса ике көнлөк республика олимпиадаһы үтте. Ҡалаға Башҡортостандың 15 районынан 9-11 класс уҡыусылары килде.

Балаларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Фәтхетдинова менән БР Мәғариф министрлығы вәкиле Флүсә Наҙарғолова йылы тәбрикләне.

Мәктәп уҡыусылары әҙәби әҫәрҙе тасуири уҡыу һәм бирелгән темаға инша яҙыу буйынса ярышты. Шулай уҡ сыуаш теле һәм әҙәбиәте буйынса викторина үткәрелде. Конкурсанттарҙың күбеһе яҡшы әҙерләнеүен күрһәтте.

Ҡунаҡтар өсөн олимпиада хужалары ҡыҙыҡлы күңел асыу программаһы әҙерләгән ине, ул гимназияның ҙур залында үтте. Слаҡбаш ауылына һәм сыуаш әҙәбиәте классиктары Константин Иванов менән Яков Ухсайҙың мемориаль музейҙарына экскурсия ла ойошторолдо.