9 декабрь, Йома

14 ғинуар 2011 йыл, 17:39

Башҡортостанға 3500 тонна белорус картуфы килтерҙеләр

автор: Евгений Рәхимҡолов

2010 йылда Белоруссиянан Башҡортостанға 3500 тоннаға яҡын картуф килтерелде. Был турала Беларусь Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Илселегенең Өфөләге бүлексәһе етәксеһе Василий Новак хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, килтерелгән картуф хаҡы 42 миллион һум тәшкил итте. Белорус картуфы «Башбакалея-Батыр» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сауҙа селтәрҙәренә илтелде.

— Белоруссия ауыл хужалығы етештереүселәре Башҡортостан менән сауҙа бәйләнештәрен артабан да үҫтерергә ниәтләй, — тине Василий Новак. – Беҙҙең яҡ Башҡортостанға әҙер продукция ғына түгел, шулай уҡ картуф орлоғо, тоҡомло мал оҙатырға ла әҙер.