9 декабрь, Йома

14 ғинуар 2011 йыл, 17:28

67 мең квадрат метр сауҙа майҙандары буш тора

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған йыл аҙағына Өфөлә буш сауҙа майҙандары һаны 67 мең квадрат метр тәшкил итте. Был күрһәткес 2010 йыл башынан алып ун процентҡа артты.

Күсемһеҙ милек буйынса «Азимут» Берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте аналитигы Екатерина Иманғолова хәбәр итеүенсә, сауҙа майҙандарын тәҡдим итеү күләменең 58 проценты ҡуртым өлөшөнә тура килә. Иң таралғандары — 50 квадрат метрға тиклем майҙанды биләгән биналар. Унан ҡала 50-100 һәм 100-250 квадрат метр ҙурлығындағы объекттар килә. 500 квадрат метрҙан ашыу майҙан менән объекттар иң аҙы.

Иң күп буш сауҙа биналары ҡаланың үҙәгендә тупланған (25,5 процент). Черниковкаға 22,2 процент тура килә, Октябрь проспектына һәм Йәшел сауҡалыҡҡа — 19,8 һәм 19,3 процент. Димдә, Затонда һәм Шаҡшала бындай объекттар бик аҙ.