9 декабрь, Йома

14 ғинуар 2011 йыл, 16:55

Өфөгә Белоруссияның яңы вәкиле килде

автор: Евгений Рәхимҡолов

Беларусь Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Илселегенең Өфөләге бүлексәһенә яңы етәксе тәғәйенләнде. Ул был вазифала урындағы йәмәғәтселеккә яҡшы билдәле Олег Исаевты алмаштырҙы. Олег Исаев Белоруссия Сит ил эштәре министрлығында эшләүгә саҡырыу алды.  

Василий Новак бер нисә көн элек кенә үҙ вазифаһын үтәүгә тотондо. Уның әйтеүенсә, әлегә ул сәғәт поястарын алмаштырыуға һәм Башҡортостан климатына өйрәнеп бөтмәгән әле, әммә республика иҡтисады менән танышырға өлгөргән. Василий Новак Башҡортостан менән Белоруссияның сауҙа мөнәсәбәттәрен нығытырға һәм республикабыҙға Белоруссия ауыл хужалығы продукцияһын килтереүҙе арттырырға ниәтләй.