Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президентының мәҙәниәт буйынса советнигы Олег Кирәев граждандарҙы ҡабул итәсәк

Йәмғиәт

23 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы Президентының мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса советнигы, билдәле джазмен Олег Кирәев граждандарҙы ҡабул итәсәк. Тикшереләсәк мәсьәләләр билдәле, был мәҙәниәт һәм Башҡортостанда был өлкәгә бәйле һәр нәмә.

БР Президенты советнигы әйтеүенсә, уға мәҙәниәткә бәйле һәр төрлө мәсьәләләр буйынса бик йыш мөрәжәғәт итәләр – кем интернет аша, кем телефон буйынса, ә кемдер шәхсән үҙе күрешкәндә.

— Мәҙәниәтебеҙҙә проблемалар шаҡтай күп йыйылған. Мин был мәсьәләләрҙе бер юлы хәл итергә һәм граждандар ҡабул итеүҙе ойошторорға ҡарар иттем. Теләгәндәр мөрәжәғәт итә ала, — тине «Башинформ» агентлығына ҡыҫҡа интервьюһында Олег Кирәев.

Граждандарҙы ҡабул итеү Өфөлә 23 ғинуарҙа 14.00 сәғәттән 17.30-ға тиклем түбәндәге адрес буйынса үтәсәк: З.Вәлиди урамы, 2 (Конгресс-холл), 105-се кабинет. Алдан теркәлеү өсөн: kulturarb@inbox.ru.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть