8 декабрь, Кесе йома

14 ғинуар 2011 йыл, 15:24

Пенсия фонды страховка взностары буйынса отчеттар ҡабул итә башланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

1 ғинуарҙан эш биреүселәрҙән һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан Пенсия фондына отчеттар ҡабул итеү буйынса сираттағы кампания башланды. Мәғлүмәттәрҙе быйыл 15 февралгә тиклем тапшырырға кәрәк.  

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Пенсия фонды органдары страховкалатыусыларҙан отчет ҡабул итәсәк. Был отчетҡа тотош ойошма буйынса ялланған хеҙмәткәрҙәр өсөн иҫәпләнгән һәм түләнгән страховка взностары буйынса иҫәп-хисап, һәр хеҙмәткәрҙең эшләү осоро, иҫәпләнгән һәм түләнгән страховка взностары тураһында индивидуаль мәғлүмәттәр индерелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтырғы йомғаҡтар буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында страховка взностары кереме күләме һәм үҫеше буйынса алдынғы урындарҙың береһен биләй. Башҡортостан күрше Татарстан менән 3-4-се урындарҙы бүлешә.