Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан парламентының ике депутат мандатына һигеҙ кандидат дәғүә итә

Сәйәсәт

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәп депутаттар һайлауға кандидаттар күрһәтеү һәм теркәү тамамланды. Был һайлауҙар 13 мартта Башҡортостандың бер мандатлы Отрадово (28-се) һәм Иглин (45-се) округтарында үтәсәк. БР Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, ике депутат мандатына һигеҙ кеше дәғүә итә. Шуларҙың алтыһы «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, Ғәҙел Рәсәй сәйәси партияларының төбәк бүлексәләре менән күрһәтелгән, икәүһе — үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр.

Ике мандатҡа ла «Берҙәм Рәсәй» һәм коммунистар дәғүә итә. Либерал-демократтар һәм ғәҙел рәсәйлеләр уларға Иглин һайлау округында конкурентлыҡ итәсәк. Партия исемлеге буйынса БР Дәүләт Йыйылышына һайлауға барасаҡ кандидаттар араһында ике ҡатын-ҡыҙ бар. Уларҙың береһен — «Берҙәм Рәсәй», икенсеһен Ғәҙел Рәсәй күрһәткән.

Шулай уҡ 13 мартта үтәсәк муниципаль һайлауҙарға ла кандидаттар күрһәтеү дауам итә. 14 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, ҡала һәм ауыл биләмәләре Советтарының ете меңдән ашыу депутат мандатына 13 меңдән ашыу кандидат дәғүә итә, шуларҙың өстән бер өлөшө теркәлеү үткән.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть