Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Өфөлә Тажикстандың Генераль консуллығы барлыҡҡа киләсәк

Сәйәсәт

Ошо арала Өфөлә Тажикстандың Генераль консуллығы асыласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте ошондай ҡарар ҡабул итте. Был турала РФ Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге Вәкиллегенең беренсе секретары Венер Ғәлиәкбәров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөлә генконсул булып тәғәйенләнәсәк тажик дипломатының исеме лә билдәле. Тиҙҙән ул Башҡортостанға киләсәк һәм үҙ вазифаһын үтәүгә тотонасаҡ.  

— Генераль консуллыҡ үҙ-ара килешеү нигеҙендә асыла, — тип аңлатты Венер Ғәлиәкбәров. – Ошондай уҡ Рәсәй вәкиллеге Тажикстанда ла барлыҡҡа киләсәк, сөнки ике илдә бындай дипломатик нөктәләр һаны тигеҙ булырға тейеш.

Өфөлә Тажикстандың Генераль консуллығын асыу мәсьәләһе күптән күтәрелә ине. 2008 йылдың авгусында уҡ Рәсәй Премьер-министры Владимир Путин тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Шул саҡта уҡ Генконсуллыҡ, Башҡортостандан тыш, Волга буйы һәм Уралдың тағы 13 төбәген солғап аласаҡ, тип планлаштырылғайны. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында Өфөлә Тажикстан вәкиллеген асыу кисектерелеп килде, һәм бына федераль властар 2010 йыл аҙағында ғына ыңғай ҡарар ҡабул итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть