3 декабрь, Шәмбе

14 ғинуар 2011 йыл, 12:51

Страховка пенсия взностары кереме 151,4 процент тәшкил итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

2010 йылда республика ойошмаларынан мотлаҡ пенсия страховкаһына һәм мотлаҡ медицина страховкаһы фондтарына 43,4 миллиард һум аҡса инде.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, мотлаҡ пенсия страховкаһына страховка взностары кереме 2009 йыл менән сағыштырғанда 151,4 процентҡа артты. Белгестәр, страховка взностары тарифы артыуын иҫәпкә алып, реаль нисбәттә керемдәр үҫеше 8,8 процент тәшкил итте, тип билдәләй.

Мотлаҡ пенсия страховкаһы фондтарына керемдәрҙең үҫеш темпы артты. Йыл йомғаҡтары буйынса улар 5,4 процент тәшкил итте, шул уҡ ваҡытта территориаль фондҡа – 6,4, федераль фондҡа – 3,7 процент.  

— Бөгөнгө көндә Башҡортостандың 400 иң ҙур предприятиеһы республика эш хаҡы фондының 50 процентын һәм страховка взностары керемдәренең 55 процентын тәьмин итә, — тип аңлатты страховка керемдәрен Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров. — Керемдәрҙең иң күп өлөшө яғыулыҡ сәнәғәте, химия һәм нефть химияһы, электр энергетикаһы, машиналар эшләү, транспорт ойошмаларына тура килә.

Волга буйы федераль округының 14 төбәге араһында Башҡортостан Республикаһы страховка взностары кереме күләме һәм үҫеше буйынса алдынғылар иҫәбенә инә һәм күрше Татарстан менән 3-4-се урындарҙы бүлешә.